12:03 (UTC+5), 04 Декабря 2013

Өфөлә «Turkvision-2013» халыҡ-ара йыр конкурсының төбәк этабы үткәрелә

Розалия Вәлиева
«Turkvision-2013» халыҡ-ара йыр конкурсының төбәк этабы «Өфө уттары» күңел асыу комплексында 5 декабрҙә үткәрелә.
«Turkvision-2013» - төрки музыкаһын башҡарыусыларҙы бер сәхнәлә берләштерергә тейешле яңы халыҡ-ара йыр конкурсы. Конкурстың һайлап алыу турында «Арғымак», «Бүреләр», «Һомай», «Һауа» төркөмдәре, башҡарыусыларҙан Вилдан Яруллин, Гөлсөм Бикбулатова, Сәғиҙулла Байегет, Диана Ишниязова, Рөстәм Ғиззәтуллин, Алина Дәүләтханова, МС Баш, Ян Лира, Илмир Моталов, Ильяс Кинйәғолов һәм «Дарман» ҡатнашасаҡ. Әзербайжан йырсыһы, «Евровидение-2011» йыр конкурсы еңеүсеһе Эльдар Ғасымов хөрмәтле ҡунаҡ буласаҡ.
- Һайлап алыу турынан һуң 21 декабрҙә Төркиәнең Эскишехир ҡалаһында үтәсәк конкурс финалына әҙерлек башланасаҡ, — тип хәбәр итте Башҡортостандағы «Turkvision» йыр конкурсы етәксеһе, «Ҡурай-ТВ» каналының баш мөхәррире Айгөл Әхмәҙиева. — Беренсе урын яулаған башҡарыусы клип төшөрөү мөмкинлегенә эйә буласаҡ, һуңынан ул клип 20 ҡатнашыусы-илдә күрһәтеләсәк. Тәүге дүрт еңеүсегә егерме ил буйлап концерт турҙары ойоштороласаҡ.
Быйыл төрки донъяһының иң яҡшы тауышы исеменә Төркиәнән, Әзербайжандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, Грузиянан, Белоруссиянан, Молдованан, Македониянан, Ҡырым, Башҡортостан, Татарстан Республикаларынан, Алтайҙан, Босния һәм Герцеговинанан һәм башҡа илдәрҙән ҡатнашыусылар көрәшәсәк. Конкурстың Гран-при яулаусыһы 20 мең евро күләмендә аҡсалата бүләк аласаҡ. Беренсе, икенсе һәм өсөнсө урын яулаусылар 10 мең евро аласаҡ.
Конкурс финалын «Ҡурай-ТВ» башҡорт музыкаль каналы күрһәтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика