Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.47
+1.13
21+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Декабрь 2013, 15:02
Баймаҡ районында башҡорт таҡмаҡ әйтешеүселәре ярышты
Баймаҡ районында иң яҡшы башҡорт таҡмаҡ әйтешеүселәрен билдәләнеләр. Темәс ауылында урындағы Мәҙәниәт йорто базаһында «Таҡмаҡ әйтеш-2013» башҡорт таҡмаҡтарын башҡарыусылар фестивале үтте, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына БР Халыҡтар дуҫлығы йортонан.
Ижади ярышта 6 йәштән алып 85 йәшкә тиклем 138 кеше ҡатнашты. Улар Баймаҡ районының төрлө ауылдарынан үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтергә килде.
Фестивалдең маҡсаты – халыҡ ижадында сағыу жанрҙарҙың береһе булған башҡорт таҡмаҡтарын тергеҙеү, һаҡлау һәм популярлаштырыу, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, башҡорт телендә таҡмаҡтар йыйынтығын сығарыу.
Бөтә сығыштар йомғаҡтары буйынса жюри ағзалары конкурс Гран-прийын «Темәс» тарихи-мәҙәни үҙәгенең «Ғилмияза» фольклор коллективына бирҙе. Өлкән йәштәге яңғыҙ башҡарыусылар араһында беренсе урынды Бикйән Шәйәхмәтов (Ҡолсора ауылы), икенсе урынды Фәриҙә Сафиуллина (Түбәнге Иҙрес ауылы), өсөнсө урынды Гүзәл Рахманғолова (Муллаҡай ауылы) яуланы. Шулай уҡ дуэттар һәм коллективтар араһында ла үҙ лидерҙары билдәләнде. Өлкән башҡарыусыларҙан тыш фестивалдә балалар ҙа ҡатнашты. Уларҙың араһында ла еңеүселәр асыҡланды.
Тәнәфестә, жюри эшләгән арала, сәхнәлә талантлы ауылдаштар һәм фестиваль ҡунаҡтары концерт программаһы менән сығыш яһаны.
Автор:
Арина Рәхимҡолова
Теги:
милли мәҙәниәт
фестивалдәр
таҡмаҡтар
Читайте нас: