11:38 (UTC+5), 26 Ноября 2013

Өфөлә «Әсәй булыу бәхет» фотокүргәҙмәһе асыласаҡ

Эльмира Сабирова
Светлана Солоницынаның «Әсәй булыу бәхет» шәхси фотокүргәҙмәһе 26 ноябрҙә Өфө Үҙәк ҡала китапханаһында асыла. Экспозицияла 50-нән ашыу эш тәҡдим ителгән.
Профессиональ фотограф Светлана Солоницына – күп балалы әсә, уның өс балаһы бар.
- Миңә балаларҙың эмоциялы, матур портреттарын, йылы ғаилә мөнәсәбәттәрен төшөрөү, фотографияларҙа ғаилә тарихтарын, уның башҡаларға оҡшамағанлығын сағылдырыу оҡшай, — тип һөйләй Светлана. — Хәҙер фотографтарҙы баланың тыуған көнөнә генә түгел, ә ҡәҙимге көндәрҙә лә йылы, һөйөү тулы ғаилә бәхетен сағылдырырға ла саҡыралар, быны тойоу үтә лә ҡыуаныслы.
2012 йылдан Светлана Солоницына балалар һәм ғаилә фотографтары ассоциацияһына ингән, Оксана Федорованың мәктәбе (Өфө филиалы) менән хеҙмәттәшлек итә, унда балаларға фототография серҙәрен өйрәтә. Ул «Ҡаралы-аҡлы тарих» («Черно-белая история») фотоконкурсында, балалар һәм ғаилә фотографтары араһында милли премия сиктәрендә үҙғарылған ике халыҡ-ара фотокүргәҙмәлә ҡатнаша.
Эштәрҙе шишәмбенән алып йомаға тиклем 11.00-19.30 сәғәттәрҙә күрергә була. Ял көндәре – йәкшәмбе, дүшәмбе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика