11:33 (UTC+5), 26 Ноября 2013

Башҡортостандың иң өлкән рус яҙыусыһы Степан Злобин премияһы лауреаты булды

Игорь Савельев
Республика Яҙыусылар союзы идараһында совет классигы, данлыҡлы «Салауат Юлаев» романы авторы Степан Злобиндың 110 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы кисә үтте. БР Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғонов һәм союздың рус яҙыусылары берләшмәһе башлығы Юрий Горюхин йыйылыусыларға 2013 йылдағы Степан Злобин исемендәге премия лауреаты исемен иғлан иттеләр. Ул Белорет районында йәшәүсе, Бөйөк ватан һуғышы ветераны, республиканың иң оло рус яҙыусыһы Игорь Максимов. Майҙа уға 92 йәш тулды.
Лауреат Өфөлә тантаналы сарала ҡатнаша алманы, әммә Юрий Горюхин әйтеүенсә, әҙәбиәт ветераны әүҙем эшләүен дауам итә, «Бельские просторы» журналында әҫәрҙәрен баҫтыра, уны уҡыусылар һәм тәнҡитселәр юғары баһалай. Күптән түгел журналда Максимовтың фронт көндәлектәре баҫылды, һуғыш йылдарында ул капитан, «Катюшалар» батареяһы командиры була, хөкүмәт наградалары бар. Игорь Павлович, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яҙышыуын ғына дауам итмәй, ауылда үҙ аллы донъя көтә.
Игорь Максимовтың кандидатураһы премияға дүрт дәғүәсе араһынан һайлап алынды. Улар – Нина Зимина, Игорь Фролов һәм Светлана Чураева.
Степан Злобин исемендәге премия 1996 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан, положениела әйтелгәнсә «рус телендә яҙған һәм Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәгән әҙәбиәтселәрҙе дәртләндереү өсөн» булдырыла. Төрлө йылдарҙа Роберт Паль, Александр Филиппов, Марсель Ғәфүров, Рим Ахмедов, Морат Рәхимҡолов һәм башҡа абруйлы яҙыусылар премия лауреаттары булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика