Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Ноябрь 2013, 14:42

Мәскәүҙә беренсе тапҡыр «Һылыуҡай-2013» башҡорт һылыуҙары конкурсы үтте

Мәскәүҙә беренсе тапҡыр «Һылыуҡай-2013» башҡорт һылыуҙары конкурсы үтте. Уны РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, Башҡортостандан Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы һәм «Һомай» Өфө театр-дефилеһы ойошторҙо.
Конкурс Рәсәй дәүләт геологик эҙләнеүҙәр университетының тамаша залында уҙҙы. Еңеүсе тажына ике баҫҡыс һайлап алыу турын үткән ете башҡорт һылыуы дәғүә итте. Конкурста ҡыҙҙар үҙҙәре тураһында һөйләне, эшлекле һәм стилле башҡорт костюмдарында, мосолман кейемендә үҙҙәрен күрһәтте, күмәкләп «Ете ҡыҙ» башҡорт бейеүен башҡарҙы. Стилле башҡорт костюмдары коллекцияһын улар өсөн модельер-дизайнер, «Һомай» театр-дефиле продюсеры Венера Йомағолова әҙерләне. Шулай уҡ интеллектуаль күнекмә ҡаралғайны, уның барышында дәғүә итеүселәр жюри ағзалары һорауҙарына яуап бирҙе. Ҡатнашыусыларҙы баһалағанда актерлыҡ оҫталығына, башҡорт әҙәби телен белеүгә, сәхнәлә үҙеңде дөрөҫ тота һәм матур итеп фотоға төшөү һәләтенә айырым иғтибар бүленде.
Ҡатнашыусыларҙың сығыштарын жюри ағзалары баһаланы, уның составына РФ Президенты ҡарамағындағы БР Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Матыцин, Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, БР-ҙан Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы башлығы Азат Бәҙрәнов, топ-модель Эльвира Хисаева, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы хәбәрсеһе Гөлназ Ғәлимуллина, модельер Венера Йомағолова һәм Юғары иҡтисад мәктәбе аспиранты Илнур Әминев инде. Мәскәү эргәһенән тележурналист Гөлнара Ибраҡова шоуҙың режиссеры булды.
Конкурстың гран-прийына П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының икенсе курс студенты Камилә Бикҡолова лайыҡ булды. Беренсе урынды – Гүзәлиә Мырҙағәлина, икенсене – Лилиә Хөснөтдинова һәм Әлмирә Солтанова, өсөнсө урынды Миләүшә Әлибаева, Гөлйыһан Ишмөхәмәтова һәм Зөбәржәт Әхмәтшина яуланы. «Тамашасы һөйөүе» титулына Циолковский исемендәге Рәсәй дәүләт технология университетының беренсе курс студенты Гүзәлиә Мырҙағалина лайыҡ булды, ул интернет-тауыш биреү барышында иң күп тауыш йыйҙы. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр – ювилер биҙәүестәр, сәскәләр алды. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенән тәбиғи косметика йыйылмалары бөтә ҡатнашыусыларға ла бүләк ителде.
Конкурс еңеүсеһе Камилә Бикҡолова 1995 йылда Өфөлә тыуған, хәҙер П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының оркестр факультеты студенты. Ул бөтә Рәсәй, төбәк-ара һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты һәм дипломанты. «Конкурстың төп маҡсаты булып лайыҡлы сығыш яһау торҙо, шуға ла минең өсөн еңеү – көтөлмәгән шатлыҡ», — тине ул. Мәскәүҙәге конкурс, асылда, артабан Өфөләге «Һылыуҡай-2014» республика конкурсы финалында ҡатнашыу өсөн һайлап алыу туры булып торҙо, унда Камилә Мәскәү исеменән сығыш яһаясаҡ. Ә Мәскәүҙә башҡорт һылыуҙары конкурсын йыл һайын үткәрергә ҡарар ителде.
Автор:Гөлсәсәк Ханнанова
Читайте нас: