05:52 (UTC+5), 20 Ноября 2013

Башҡортостанда Мәҙәниәт йылы эмблемаһы раҫланды

Эльмира Сабирова
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәкселегендә БР-ҙа Мәҙәниәт йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты тематик йылдың эблемаһын раҫланы. Конкурсты республиканың Мәҙәниәт министрлығы уҙғарҙы.
- Комиссия ҡарары менән төрлө форматтарҙа образлылыҡ, асыҡ, сағыу, ыҡсым һәм еңел уҡылыу планында «Эврика Куда пойти учиться» журналы мөхәррире Азат Фәйзиевтың эше иң яҡшыһы тип танылды. Ул йылдың рәсми символикаһы сифатында раҫланды, — тип асыҡланы БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат сәркәтибе Ләйлә Ишморатова.
Ул шулай уҡ, конкурсҡа профессиональ рәссамдарҙан һәм ябай граждандарҙан 50 эш килде, тип өҫтәне. Үҙҙәренең эштәрен йәш рәссамдар ҙа ебәрҙе.
БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова рәйеслегендәге комиссияла З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт кафедраһы мөдире Әмир Мәзитов, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, художество-графика факультеты деканы Тәлғәт Мәсәлимов, «Рәсәй Рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының БР төбәк берләшмәһе рәйесе Хатип Фазылов, «Башҡортостан» гәзитенең художество мөхәррире Нәсих Хәлисов эшләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика