07:12 (UTC+5), 19 Ноябрь 2013

Мәскәүҙә Башҡортостан, Мордовия һәм Һамар яҡташтарының кисәһе үтте

Әлим Фәйезов
Үткән йәкшәмбе Мәскәүҙең «Конгресс-үҙәк» Мәҙәниәт һарайында «Сикһеҙ дуҫлыҡ» тип аталған ҙур концерт уҙҙы. Ул Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды һәм бер юлы өс Мәскәү яҡташтар ойошмаһы – Башҡортостан, Мордовия һәм Һамар өлкәһе – тарафынан ойошторолдо. Программаны «Мордва яҡташтары» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты ректоры Виктор Гришин асты. Берләштерелгән концерт программаһында Рәсәйҙең өс төбәгенән профессиональ артистар һәм художество үҙешмәкәрлек коллективтары – Мәскәүҙәге «Алтын ай» башҡорт бейеү коллективы, «Саптар» ҡурайсылар ансамбле, «Мордовочка» фольклор коллективы, Дәүләт академия симфония капеллаһы солистары, Мәскәү эргәһенән «Бояраваня» мордва хоры, «Добры молодцы» төркөмө солисы Георгий Мещариков – сығыш яһаны. Концерт илдең өс төбәгенән – сығышы менән Башҡортостан, Мордовия һәм Һамар өлкәһенән – 700-ҙән ашыу тамашасыны йыйҙы. Концертта ҡатнашыусы яҡташтар ағзалары Мәскәүҙә берлектәге милли-мәҙәни акциялар үткәреү тәжрибәһен артабан да дауам итергә ҡарар иттеләр, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәге етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика