10:27 (UTC+5), 08 Ноябрь 2013

Бешкәктә төрки телле илдәрҙең III Медиа форумы асылды

Әлим Фәйезов
Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бешкәктә йома, 8 ноябрҙә, төрки телле илдәрҙең медиа-форумы асылды. Унда Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Молдова составындағы Гагаузия Автономиялы Республикаһы, Украина составындағы Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм башҡа илдәрҙән һәм төбәктәрҙән киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм журналистары ҡатнаша. Рәсәй исеменән төрки телле республикалар – Башҡортостан, Татарстан, Ҡарасәй-Черкес һәм башҡа төбәк журналистары ҡатнаша, шул иҫәптән «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире урынбаҫары Алик Шакиров, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының матбуғат сәркәтибе Ләйлә Ишморатова.
Форум Төркиә Республикаһының Баш матбуғат һәм мәғлүмәт идаралығының генераль директоры Морат Ҡараҡай, Әзербайжан Матбуғат советы рәйесе һәм Төрки телле илдәр һәм төбәктәр медиа-платформаһы рәйесе Әфләтүн Амашов, ТӨРКПА генераль сәркәтибе Жандос Асанов, Ҡырғыҙстандың мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм туризм министры Солтан Раевтың тәбрикләү сығыштары менән башланды.
Ике көнлөк программала дүрт ултырыш үткәреү планлаштырылған: «Технологик үҙгәрештәр сағылышы булараҡ яңы медиалар»; «Төрки донъяның киләсәк киң мәғлүмәт саралары: Яңы медиа-инструменттар һәм социаль медиалар йоғонтоһо»; «Киң мәғлүмәт саралары этикаһы контексында яңы медиалар»; «Башҡарылған эштәрҙе баһалау һәм форумға йомғаҡ яһау».
Форумда традицион киң мәғлүмәт сараларын яңы медиа-ресурстарға үҙгәртеп ҡороу процестарын тикшереү күҙаллана. Киң мәғлүмәт сараларын формалашыуға яңы технологияларҙың нисек тәьҫир итеүе, «яңы технологиялар» термины нимә аңлатыуы, ни өсөн социаль медиа-стратегиялар шул тиклем мөһим булыуы, йәмғиәттең мәғлүмәт менән ҡуллана алыу хоҡуғы менән контент эшләүгә авторлыҡ хоҡуғын яҡлау араһында нисек баланс һаҡлап ҡалырға мөмкин, дәүләт учреждениеларының матбуғат хеҙмәттәре эшенә яңы медиа йоғонтоһо нисек сағыласаҡ – ошо мәсьәләләр хаҡында һөйләшеү алып барыласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика