13:06 (UTC+5), 29 Октября 2013

«Туған тел» татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсында Рәдиф Зарипов Гран-при яуланы

Алик Шакиров
Дүртөйлө ҡалаһында «Туған тел» татар йырҙарын йәш башҡарыусылар республика конкурсы уҙҙы, тип хәбәр итә «Ҡыҙыл таң» гәзите. Унда Башҡортостандан, Татарстандан, Ырымбур, Омск өлкәләренән, Пермь крайынан 55 солист ҡатнашты. Финал гала-концертында конкурс дипломанттары һәм номинацияларҙа еңеүселәр сығыш яһаны. Конкурс дипломанттары: Шишмәнән Әлиә Ҡарасурина, Миәкәнән Антонина Клименко, Дүртөйлөнән Лилиана Ирназарова, Өфөнән Лиана Фәттәхова, Иглиндән Фәһимә Тоҡомбәтова , Туймазынан Ләйсән Хәсәншинаның сығыштарын тамашасылар йылы ҡабул итте. Ә конкурс Гран-прийын жюри ағзалары бер тауыштан Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Рәдиф Зариповҡа бирҙе.
Белешмә өсөн. «Туған тел» татар йырҙарын йәш башҡарыусылар республика конкурсы ике йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Уны 1995 йылда талантлы үҙешмәкәр композитор, Бөтә донъя татарҙар Конгресының Башҡортостандағы бүлексәһе ағзаһы Алик Лоҡманов ойоштора. Республиканың төрлө район һәм ҡалаларында үткәрелә. Ике йыл элек конкурсты сираттағы үткәреү урыны итеп Дүртөйлө ҡалаһы һайлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика