12:24 (UTC+5), 25 Октября 2013

Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһының яңы составы һайланды

Людмила Кузьмина
Билдәле әҙәбиәтсе һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостанда булдырылған С.Т.Аксаков исемендәге премия лауреаты Валерий Ганичев Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһына етәкселек итеүен дауам итәсәк. Яңы биш йыллыҡ срокка уны һайлау тураһындағы ҡарар Яҙыусылар ойошмаһының 21-24 октябрҙә үткәрелгән 14-се съезында бер тауыштан ҡабул ителде. Союздың эше ҡәнәғәтләнерлек тип табылды. РФ Яҙыусылар союзы идараһының һәм уның контроль-ревизия комиссияһының яңы составы һайланды. РФ Яҙыусылар союзы Уставына яңы Рәсәй закондарына ярашлы үҙгәрештәр индерелде. Яңы структура — Юғары ижади совет раҫланды, уның составына Рәсәйҙә һәм сит илдә танылған абруйлы яҙыусылар инде.
Башҡортостандан съезда БР Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғонов, республика яҙыусылар ойошмаһы идараһы ағзалары Әмир Әминев һәм Камил Йыһаншин ҡатнашты. Статусы буйынса Риф Тойғонов РФ Яҙыусылар союзы секретариаты составына индерелде, ә Аксаков фонды рәйесе Михаил Чванов Яҙыусылар союзы секретары итеп ҡалдырылды. Камил Йыһаншин Юғары ижади совет составына һайланды.
Пленар ултырыш Мәскәүҙә үтте, ә съездың бөтә төп ваҡиғалары — Калуга өлкәһендә, унда яҙыусыларҙы дүшәмбе кис автобустарҙа килтерҙеләр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика