12:39 (UTC+5), 23 Октября 2013

Башҡорт ҡобайыры Джангра ерендә Элистала яңғыраны

Алик Шакиров
2005 йылда Ҡалмыҡстандың баш ҡалаһы Элистала «Джангра ерендә донъя эпостары» Халыҡ-ара эпик әҫәрҙәрҙе башҡарыусылар фестивале уҙҙы. Форум төрлө төбәктәрҙән һәм илдәрҙән эпик әҫәрҙәрҙе башҡарыу оҫталарын йыйҙы. Төрлө йылдарҙа Башҡортостандан был фестивалдә оҫта сәсәндәр Асия Ғәйнуллина, Баязит Ғәйнуллин, Илсен Мирхәйҙәров, Розалия Солтангәрәева үҙҙәренең оҫта башҡарыуы менән жюри ағзаларын һәм тыңлаусыларҙы хайран ҡалдырғайнылар. Быйыл республикабыҙҙан «Джангра ерендә донъя эпостары» фестивалендә күренекле башҡорт бәйетсеһе, сәсәниә Розалия Солтангәрәеваның уҡыусылары – М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Рида Тимершәйхова һәм Зилиә Әбелғәтинә сығыш яһаны.
«Башинформ» агентлығына Розалия Солтангәрәева хәбәр итеүенсә, фестивалдә традицион мәҙәниәтендә эпос айырым урын биләп торған илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренәән сәсәндәр ҡатнашты. Алтай, Яҡутия, Адыгея, Башҡортостан, Дағстан һәм Ҡытайҙан һәләтле эпос башҡарыусылар, Удмуртиянан импровизатор-йырсылар булды. Рида Тимершәйехова менән Зилиә Әбелғәтинә, иҫ киткес матур сығыш яһап, был ярыштың еүеңселәре тип танылды.
- «Сәхнәлә Башҡортостан!» тип иғлан иткәс – зал алҡыштарға күмелде, — тип һөйләй ҡыҙҙар. Сөнки Ҡалмыҡстан беҙҙең республикабыҙҙы бик яҡшы белә. Ҡалмыҡстан делегацияһы йыш ҡына Башҡортостанда була, улар беҙҙең яҡтың хозур тәбиғәте, халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығы һәм эскерһеҙ булыуы хаҡында һоҡланып һөйләне. Фестивалдә ҡатнашыусылар профессор, тикшеренеүсе Евдокия Хабунованан оҫталыҡ дәрестәре алдылар, музейға барҙылар. «Яңғыҙ сығыш яһау» номинацияһында Рида Тимершәйехова «Урал-батыр» башҡорт эпосынан Аҡбуҙат тураһында юлдарҙы көйләп башҡарҙы, ә Зилиә Әбелғәтинә Урал-батырҙың васыятнәмәһен көйләне. Йәш сәсәниәләрҙең тасуири тел, пластика, эҙмә-эҙлекле эпик башҡарыу стилендә көйләүҙәре тамашасыларға тағы бер ҡабат башҡорт эпик ҡобайырының өҫтөнлөктәрен күрһәтте.
- Ҡалмыҡстандың дәрәжәле фестивалендә беҙҙең ҡыҙҙарҙың еңеү яулауы Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филология факультетының 20 йыллығына үҙенсәлекле бүләк булды – был юбилейҙы педагогик университет 24 октябрҙә билдәләргә әҙерләнә, — тип һөйләне Розалия Солтангәрәева.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика