10:03 (UTC+5), 21 Октября 2013

Башҡортостан әҙәбиәтселәре Рәсәй Яҙыусылар союзы съезында ҡатнаша

Людмила Терновая
21 октябрҙән 24-нә тиклем Рәсәй Яҙыусылар союзының сираттағы 14-се съезы уҙасаҡ. Башҡортостандан унда өс делегат ҡатнашасаҡ: БР Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғонов, РФ Яҙыусылар союзы секретары Михаил Чванов, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире, билдәле яҙыусы һәм сәйәхәтсе, шулай уҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Камил Йыһаншин.
Съезда Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәк ойошмаларынан 225 яҙыусы ҡатнашасаҡ.
Съездың көн тәртибенә түбәндәге һорауҙар индерелгән: Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһының һәм Контроль-ревизия комиссияһының отчеттары, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһын һәм Контроль-ревизия комиссияһын һайлау, РФ Яҙыусылар союзы Уставына төҙәтмәләр һәм үҙгәрештәр индереү.
Быйыл март айында яҙыусылар ойошмаһы пленумында билдәләүҙәренсә, Уставҡа үҙгәрештәр индереү зарурлығының сәбәбе бер нисә: беренсенән, һуңғы ваҡытта ҡануниәттәге йәмәғәт ойошмаларына ҡағылышлы үҙгәрештәр Уставта сағылыш табырға тейеш, икенсенән, РФ Яҙыусылар союзына инеү һәм сығыу критерийҙарын анығыраҡ яҙырға кәрәк. Шулай уҡ ғәмәлдәге Юғары ижад советын законлаштырырға кәрәк, унда йәше буйынса Яҙыусылар союзы идараһы эшендә әүҙем ҡатнаша алмаған, әммә ижтимағи һәм әҙәби тәжрибәһе менән яҙыусылар берләшмәһендә мөһим роль уйнаған танылған яҙыусылар ингән. Бынан тыш, РФ Яҙыусылар союзы башҡарма органдары структураһына Рәсәй Яҙыусылар союзының Почетлы рәйесе вазифаһын индерергә һәм уның хоҡуҡтарын һәм бурыстарын билдәләргә тәҡдим ителә.
БР Яҙыусылар союзы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, съезд бөгөн Мәскәүҙә башланды, йыйылыштан һуң кисен Калуга өлкәһенә күсеү ойоштороласаҡ. Съезд сиктәрендә уҡыусылар менән ижади осрашыуҙар, Калуга еренең иҫтәлекле урындары менән танышыу, шул иҫәптән федераль әһәмиәттәге ҡомартҡы – Оптина сүллегенә барыу планлаштырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика