06:10 (UTC+5), 18 Октябрь 2013

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуы «Көмөш ҡаурый-2013» Халыҡ-ара журналистар конкурсы финалына сыҡты

Эльмира Сабирова
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Көндәлек» мәҙәни-мәғариф тапшырыуы «Көмөш ҡаурый-2013» XII Халыҡ-ара журналистар асыҡ ижади конкурсының финалына сыҡты.
«Көндәлек» тапшырыуының авторы – БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Мәһәҙиева Ҡырымға тантаналы сараға саҡырылған.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Көндәлек» икенсе миҙгел генә барыуына ҡарамаҫтан, ул иң популяр проекттарҙың береһе булып өлгөрҙө.
- Тапшырыу үҙен башҡорт теле дәресе итеп күрһәтә, ундағы «уҡыусылар» — төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәргә эйә булыусы кешеләр контроль эш яҙалар. Алып барыусы Фәрхәт Ғәйнетдинов уҡытыусы ролендә сығыш яһай. Үҙенсәлекле ярышта «класташтарға» райондың арҙаҡлы кешеләре ярҙам итә, — тип һөйләй тапшырыуҙың авторы Рәшиҙә Мәһәҙиева.
Быйыл «Көмөш ҡаурый» конкурсында 13 ил журналистары ҡатнашты – Әрмәнстан, Белоруссия, Грузия, Испания, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Польша, Рәсәй, АҠШ, Үзбәкстан, Украина һәм Эстониянан. Барлығы 700-ләгән медиа эш ебәрелгән, жюри ағзалары уларҙың араһынан 80 финалға сығыусыны һайлап алған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика