11:58 (UTC+5), 17 Октября 2013

Яр Саллы татар драма театры Өфөлә дүрт спектакль күрһәтәсәк

Алик Шакиров
Өфө «Нур» татар дәүләт театры ҡунаҡтар көтә. 22 октябрҙән 25-енә тиклем бында Татарстандың Яр Саллы ҡалаһынан татар дәүләт драма театры гастролдәре уҙасаҡ. «Кызыл тан» гәзитенең бөгөнгө һанында хәбәр итеүҙәренсә, саллылар дүрт спектакль ҡуясаҡ.
Салауат Әбүзәрҙең «Хыялый» лирик комедияһы геройы Ғиззәт ауыл ситендә, урман, йылға буйында, тәбиғәттең ожмах кеүек матур урынында йорт һалған. Бында ул үҙенең ҡатыны Шәфиҡә менән йәшәй. Ғиззәт бабай хыялдарға бай кеше, ул һәр саҡ күккә, йырҙарға, йондоҙҙарға тартыла. Ул гармунда матур уйнай, шиғырҙар яҙа. Яҡындары уны «хыялый» тип йөрөтә. Көндәрҙән бер көндө ошо ауылға Йондоҙ исемле бер йәш ҡыҙ – врач эшкә килә. Бабай менән әбейгә үҙ йорттарында йәшәтеп торорға тәҡдим итәләр. Хужалар ҡуш ҡуллап риза була. Йондоҙҙоң төпһөҙ тәрән күҙҙәрен, алсаҡ йөҙөн һәм яғымлы ҡарашын күреп Ғиззәт бабай уға ғашиҡ була. «Бына ул уның күптәнге хыялы! Матурлыҡ һәм камиллыҡ!» Яңынан дөрләп янған хистәре Ғиззәт бабайҙы күҙ алдына килтерә алмаҫлыҡ ҡылыҡҡа этәрә. Ул күккә, йондоҙҙарға осорлоҡ ысын самолет эшләй башлай.
Илдар Юзеевтың «Ғашиҡтар тауы» мелодрамаһы тамашасыларҙы хис-тойғолар өйөрмәһенә алып китә. Ҡасандыр Ғашиҡтар тауында тәрән күл булған, тиҙәр. Йыл да яҙын унда йылы яҡҡа оса торған ҡоштар туҡтаған. Бер тапҡыр һунарсы ул күлдә балалары менән йөҙөп йөрөгән ҡырағай өйрәкте ата ла ҡаҙанға бешерергә һала. Тик сәйер өйрәк ете көндән дә бешмәй, ә киреһенсә күккә күтәрелә. Был ваҡиғанан һуң күл ҡорой, тауҙарҙың матурлығы юғала, ә хәҙер ғашиҡтар тауға менеп, бер-береһенә ҡарата ҡайнар һөйөүен белдереп вәғәҙә бирешергә ғәҙәтләнгәндәр.
Рәбит Батулланың «Йәш аралаш көлөү» мелодрамаһы тамашасыларҙы мөхәббәт һәм бәхет тураһында уйландыра. Пьеса геройҙары Ҡараҡаш менән Һарыгүл бер-береһен яратышып өйләнешәләр. Әммә бер-береһен яратып һәм яратышып йәшәр урынға, улар ваҡ-төйәк үпкәләшеүҙәр, нигеҙһеҙ көнләшеүҙәр арҡаһында үҙ ғаиләләрен емерәләр. Улар үҙ хаталарын аңлап, дуҫ һәм татыу йәшәй башлағас ҡына, Ҡараҡашты имгәткәнсе туҡмайҙар, һәм ғаиләгә тағы ла ныҡлылыҡ һынауы аша үтергә тура килә.
Гастроль афишаһын Надежда Птушкинаның «Минең ҡыҙым кейәүгә сыға» комедияһы тамамлай. Спектаклдә ваҡиғалар әкиәттәге кеүек көтөлмәгәнсә сиселә. Эшһөйәр, тормошҡа ғашиҡ, мөләйем, әммә яңғыҙ Ғәлиәнең фатирына адрес бутап таныш булмаған ир-егет килеп керә. Ғәлиәнең быға тиклем тыныс ҡына барған тормошо киҫкен үҙгәрә. Хатамы был, әллә яҙмышмы? Был һорауға тамашасы үҙе яуап табырға тейеш.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика