07:31 (UTC+5), 17 Октября 2013

Шағир, сатира оҫтаһы Марсель Сәлимов - «Гәүһәр ҡар бөртөгө»нә эйә булды

Алик Шакиров
Якутияла «Күп ҡарҙың бәрәкәте» II Халыҡ-ара шиғриәт фестивале уҙҙы. Уны Саха (Яҡут) Республикаһының Мәҙәниәт һәм рухи үҫеш министрлығы, М.К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-көнсығыш федераль университеты һәм Якутияның яҙыусылар союзы ойошторҙо. Фестивалдә Вьетнам, Ҡырғыҙстан, Башҡортостан, Бүрәт, Тыва һәм Мәскәү шағирҙары ҡатнашты. Беҙҙең республиканан шағир, сатира оҫтаһы Марсель Сәлимов барҙы. Ул фестивалгә махсус «Яҡут ҡар бөртөгө» тигән шиғыр яҙа. Был шиғырҙы яҡут шағиры Урсун яҡут теленә тәржемә иткәндән һуң, урындағы баҫмаларҙа баҫылып сыға. Беҙҙең яҡташыбыҙ уҡыусылар менән осрашҡанда башҡорт, рус һәм яҡут телдәрендә үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерә.
- Яҡут шағирҙары, яҙыусылары һәм журналистары менән мине элекке дуҫлыҡ ептәре бәйләй, — тип һөйләне Марсель Сәлимов «Башинформ» агентлығына. — Шуға күрә, «Күп ҡарҙың бәрәкәте» Халыҡ-ара шиғриәт фестиваленең проект авторы, Яҙыусылар союзы рәйесе, Якутияның халыҡ шағирәһе Наталья Харлампьеваның беренсе саҡырыуынан уҡ Саха-Якутияға юлландым. Ә бында, мәңге туңлыҡ булыуға ҡарамаҫтан, яҡут ҡәрҙәштәребеҙ йылы ҡаршы алды.
«Күп ҡарҙың бәрәкәте» Халыҡ-ара шиғриәт фестивале йомғаҡтары буйынса Марсель Сәлимов «Гәүһәр ҡар бөртөгө» менән бүләкләнә.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика