13:05 (UTC+5), 16 Октябрь 2013

«Өфөнөң архитектураһын һаҡлау» хәрәкәте форумында next быуынға ҡала тураһында һөйләйәсәктәр

Игорь Савельев
«Өфөнөң архитектураһын һаҡлау» ижтимағи хәрәкәте активистары крайҙы өйрәнеүселәр, блогерҙар, архитекторҙар менән берлектә форумға йыйыласаҡ, унда ҡалабыҙға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшерәсәктәр. Биш доклад һәм фекер алышыуҙар планлаштырылған, унда һәр теләүсе ҡатнаша ала. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын ҡулланыу һәм уларҙы һаҡлау буйынса Ғилми-производство үҙәгенең элекке директоры Ольга Бойко йыйылыусыларға «реконструкция» һәм «реставрация» төшөнсәләренең айырмаһын аңлатасаҡ, ә «Өфөнөң архитектураһын һаҡлау» координаторы Владимир Захаров йыл эсендә ҡаланы һаҡлаусылар ниндәй эштәр башҡарғандары тураһында һөйләйәсәк. Өфө Баш архитектураһы генераль план бүлегенең баш белгесе Ольга Сарапулова «ҡала next быуыны өсөн» нисек буласағы тураһында үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашасаҡ, ә крайҙы өйрәнеүсе, «Бельские просторы» журналының публицистика бүлеге мөхәррире Анатолий Чечуха «Октябрь революцияһы урамы июнь таңының 5 сәғәт 30 минутында» тигән лирик атама йөрөткән доклад менән сығыш яһаясаҡ. Фото төшөрөүсе һәм блогер Юлия Глухова нисек «Өфө буйлап фотосәйәхәт яһау»ҙы һөйләйәсәк. Форумдың модераторы булып Өфө хакимиәте башлығы ҡарамағындағы архитектура ҡомартҡыларын һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса ижтимағи совет сәркәтибе, сәнғәтте өйрәнеүсе Кристина Абрамичева сығыш яһаясаҡ. Ойоштороусылар уникаль фотоматериалдар күрһәтергә ниәтләнә.
«Өфөнөң архитектураһын һаҡлау» форумы «Х-Мах» художество галереяһында был йома, 18 октябрҙә, 19 сәғәттә уҙасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика