12:00 (UTC+5), 10 Октября 2013

Өфөлә Мостай Кәримгә һәйкәл астылар

Ольга Мортазина
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы. Күп һынлы композиция Киров урамы башындағы яңыртылған скверҙа, Профсоюздар йорто алдында ҡуйылған. Һәйкәлде уратып алған территория биш фонтан һәм һуҡмаҡ юлдар менән төҙөкләндерелгән. Тантананы асып, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова скульпторҙың идеяһын юғары баһаланы:
- Андрей Ковальчук яҙыусыға ғына түгел, уның ижадына һәйкәл эшләгән. Сөнки ул беҙҙең йөрәгебеҙҙә, зиһенебеҙҙә, эштәребеҙҙә мәңге йәшәй. Бөгөн аңғармаҫтан Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» әҫәренән юлдар иҫкә төштө. Уҡытыусы бер уҡыусынан һорай – һин әгәр аҙашһаң һәм ҡайтырға юл тапмаһаң, нимә эшләрһең? Һәм бер зирәк бала яуап ҡайтара – мин Рәсәйгә таянасаҡмын. Был фекер шағирҙың бөтә тормошо һәм ижады аша ҡыҙыл еп булып үткән төҫлө. Тиккә генә сәләмләү телеграммалары илдең бөтә төбәктәренән килмәне бит. Беҙ Мостайҙың һүҙен көтөүебеҙҙе яҡшы хәтерләйемн. Ҡыҫҡа, тос, аңлайышлы һүҙҙәр, мәктәптәрҙә класс сәғәттәрендә булһынмы, ауыл клубы йыйылыштарындамы, дәүләт кимәлендә уҙған ҙур сараларҙа булһынмы, улар һәр саҡ көтөп алынды. Хәтеремдә, педагогик конференцияларҙың береһендә Мостай Кәрим президиумда ултырғанында үҙенең дуҫы Рәсүл Ғамзатовтың һүҙҙәрен иҫкә алды: президиумда ултырам, ә бәхет юҡ. Ул саҡта ул уҡытыусыларҙы һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен берләшергә өндәне, беҙгә нимә бүлешергә, маҡсаттар һәм бурыстарыбыҙ төрлөмө ни, тигәйне. Минеңсә, был идеялар, был һүҙҙәр бөгөн дә актуаль. Бөгөн ямғыр яуып тороуы хәтер күҙ йәштәре, шатлыҡ йәштәре, ғорурлыҡ йәштәре кеүек. Мәңгелек хәтер, мәңгелек дан Мостай Кәримгә!
Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, шағирҙы үҙ ҡалаһының патриоты булды, тип иҫкә алды:
-Бөгөн Өфө тарихында бик әһәмиәтле көн. Мостай Кәрим күп тапҡырҙар, Советтар Союзында, донъяла танылыу яулап та, үҙ ватаныңда билдәһеҙ булып ҡалырға мөмкин, тип әйткәне булды. Ҙур ғорурлыҡ менән, шағир Өфөнөң почетлы гражданы булып тора, тип әйтә алам. Мостай Кәрим ярҙамында өфөлөләрҙең ошондай иҫ киткес скверы бар, моғайын, бөгөн ул республикала иң матурҙарҙың береһелер. Кешеләр бында килеп йөрөһөн өсөн беҙ бында бөтә уңайлыҡтар тыуҙырырға тырыштыҡ. Бында йәш шағирҙар йыйылышып, беҙҙең классиктарҙы хәтергә алыр, бәлки үҙҙәренең шиғырҙарын уҡырҙар, тип уйлайым. Һәйкәлдең композицияһы үҙебеҙҙең Башҡортостанда табылған һәм етештерелгән материалдарҙан – гранит, бетон – эшләнгән. Скверҙа бейек булып үҫеүсе ағастар ултыртылды. Был урын Өфөнөң ынйыһы булып китеүен теләйбеҙ. Мин аҙна һайын был объектты килеп йөрөнөм һәм, кешеләр бында илһамланып эшләне, тип әйтә алам, — тип билдәләне баш ҡаланың сити-менеджеры.
Сараға яҙыусылар ғына түгел, рәссам, музыкант һәм театр эшмәкәрҙәре лә йыйылды. Тантана шағирҙың тормош юлын сағылдырыусы әҙәби-театрлаштырылған композиция менән башланып, сәскәләр һалыу менән тамамланды.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика