04:24 (UTC+5), 08 Октября 2013

Ғәскәров ансамбле артистары Японияға Рәсәй мәҙәниәте фестиваленә осто

Эльмира Сабирова
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле йәкшәмбе, 6 октябрҙә, Японияға Рәсәй мәҙәниәте фестиваленә осто. Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Ләйлә Ишморатова әйтеүенсә, бейеүселәр Японияның дүрт ҡалаһында — Мусасино, Токио, Мито, Сиба – сығыш яһарға йыйына.
Уҙған аҙнала Парижда ЮНЕСКО штаб-квартираһында Башҡортостан Республикаһын презентациядау ваҡытында ғәскәровсылар ансамблдең 75 йыллығы айҡанлы абруйлы наградаға – «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһы өсөн «Биш ҡитға» («Пять континентов») алтын миҙалына һәм «Донъя илсеһе» дипломына лайыҡ булды.
— Бындай награда әлегә тиклем Рәсәйҙең бер коллективында – Игорь Моисеев исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә генә бар ине, — тип билдәләне Ләйлә Ишморатова. — Ғәскәровсыларға награданы ЮНЕСКО-ның Генераль секретары Ирина Бокова тапшырҙы. Парижда артистар «Гөлнәзирә», «Зарифа» башҡорт бейеүҙәрен һәм «Калинка» рус бейеүен башҡарҙы.
Быйылғы миҙгелдә ансамбль яңы «Ғәскәров мираҫы – республика ҡаҙанышы» проектын тәҡдим итәсәк, унда Фәйзи Ғәскәров ҡуйған төрлө жанрҙағы хореографик композицияларҙан ҙур программа ҡуйыласаҡ. Уға 75 йыл буйына коллективтың репертуарынан төшмәгән классик бейеүҙәр, шулай уҡ тергеҙелгән номерҙар инәсәк. Программа премьераһы Өфөлә 21 һәм 27 декабргә планлаштырылған.
Ноябрҙә ансамбль Башҡортостандың Көньяҡ Урал төбәгенә гастролдәргә сығырға планлаштыра
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика