08:53 (UTC+5), 04 Октябрь 2013

ТӨРКСОЙ Даими советының ХХХI ултырышы үтте

Әлим Фәйезов
Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала 1 октябрҙән 3-өнә тиклем ТӨРКСОЙ Даими советының ХХХI ултырышы үтте.
Ултырыш эшендә ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәренең мәҙәниәт министрҙары һәм төрки мәҙәниәте ойошмаһы күҙәтеүселәре ҡатнашты, улар араһында Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Төркиә, Башҡортостан (РФ), Татарстан (РФ), Тыва (РФ) һәм Гагауз республикаһы (Молдова). Беҙҙең республиканан Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов барҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ХХХ ултырыш 2012 йылдың сентябрендә Өфөлә үткәрелгәйне.
Төрлө илдәр министрҙарын Төркиә Республикаһының мәҙәниәт һәм туризм министры, ТӨРКСОЙ-ҙың ваҡытлыса координаторы Омер Челик һәм ТЮРКСОЙ-ҙың Генераль секретары Дюсен Касеинов тәбрикләне.
Сара сиктәрендә бик бай мәҙәни программа ҡаралғайны. «Төрки донъяның йәш таланттары» концерт программаһында Билкент университетының Аднан Сайгун Залында ТӨРКСОЙ Йәштәр оркестры скрипкасылары сығыш яһаны.
1 октябрҙә ҡунаҡтар Ататөрк мавзолейына барҙы, унан һуң Президент симфоник оркестры Концерт залында Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһының 20 йыллығына арналған тантаналы концертҡа йыйылды.
Төрөк залында боронғо ҡурай моңо ла яңғыраны. Концертта билдәле башҡорт ҡурайсыһы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, республиканың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
2 октябрҙә министрҙар һәм делегация башлыҡтарының Төркиә Республикаһы Президенты Абдуллах Гюль менән осрашыуы үткәрелде. Шул уҡ көндө ТӨРКСОЙ штаб-квартираһы фойеһында художестволы күргәҙмә асылды.
ТӨРКСОЙ Даими советының ХХХI ултырышын асыу тантанаһында ТӨРКСОЙ штаб-квартираһының Конференциялар залында «ТӨРКСОЙ-ҙың 20 йыллығы» миҙалдары тапшырылды.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Ләйлә Ишморатова хәбәр итеүенсә, ултырыш аҙағында йомғаҡлау документтарына — эш протоколына һәм йомғаҡлау декларацияһына ҡул ҡуйылды.
1 из 22
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика