Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Октябрь 2013, 12:49
Башҡортостан журналистары Сочиҙа барған фестивалдә ҙур уңышҡа өлгәште
Людмила Сабитова
Башҡортостан Республикаһынан БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков етәкселегендәге делегация 29 сентябрҙән 4 октябргә тиклем Сочи ҡалаһында уҙған, «Бөтә Рәсәй-2013» XVII Бөтә Рәсәй журналистар фестивалендә ҡатнаша. Делегация составына «Аскинская новь», «Балтач таңнары», «Ҡариҙел», «Красное знамя», «Краснокамские зори», «Район тормошо» һәм «Стерлитамакский рабочий» ҡала һәм район гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре инде.
1 октябрҙә фестивалдең «Асыҡ трибуна»һы сиктәрендә улар «Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы: берҙәмлектә – көс» тигән баш аҫтында үҙҙәренең презентацияһын тәҡдим итте. Журналистар үҙҙәренең район-ара ижади берләшмәләр эше хаҡында, союз ветерандары һәм йәш ағзалары менән эшләү, үткәрелгән акция һәм фестивалдәр тураһында һөйләне. Берҙәмлектә һәм күсәгилешлелектә – журналистарҙың көсө, тип билдәләне БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков. Редакция тормошонан ҡыҙыҡлы видеороликтар, гитара сиртеп йырлаған йырҙар, башҡорт балы һәм сәк-сәк менән һыйлау башҡа төбәктәрҙән коллегалары тарафынан йылы ҡабул ителде. Ошо көндәрҙә тәҡдим ителгән презентациялар араһында Башҡортостан журналистарының презентацияһы иң яҡшыһы, тип баһаланылар.
- Беҙ ни бары һигеҙ кеше барҙыҡ, шуға ҡарамаҫтан фестивалдә үҙебеҙҙең презентациябыҙ менән ысын мәғәнәһендә ҙур уңышҡа өлгәштек, - тип телефон аша хәбәр итте Артур Дәүләтбәков.
Автор:
Алик Шакиров
Теги:
фестивалдәр
киң мәғлүмәт саралары
бр журналистар союзы
Читайте нас