06:32 (UTC+5), 27 Сентябрь 2013

Силәбе өлкәһендә башҡорт музыканттары концет ҡуйҙы

Арина Рәхимҡолова
Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, БР-ҙың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге БР халыҡ инструменттары милли оркестры Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондарында концерт ҡуйҙы. Музыканттар менән бергә сәхнәлә БР халыҡ артисы Вәхит Хызыров һәм Гүзәл Үлмәҫҡолова сығыш яһаны.
- Музыка беҙҙең тормошобоҙға илаһи шиғриәт алып килә һәм Ер шарының бөтә тарафтарында ла тәржемәһеҙ ҙә аңлап була. Кешене кешелекле итеп тәрбиәләү – йәмғиәттең төп маҡсаты, был мәсьәләне музыка ярҙамы менән дә хәл итергә була. Сәнғәтте һәр кемгә аңлайышлы еткереү – Оркестрҙың бурысы, - тип әйтте Рәмил Ғәйзуллин.
Оркестр Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективтарының береһе. Уның эшмәкәрлеге – ул башҡорт һәм рус халыҡтарының классик һәм хәҙерге заман музыкаларын, бөтә донъя музыка култьтураһының гүзәл әҫәрҙәрен пропагандалауҙы, радио һәм телевидение сығыштарын, тауыш яҙҙырыу, йәш таланттарҙы үҫтереү, белем биреү эшмәкәрлеген, йәш тыңлаусылар проекттарын үҙ эсенә индереүсе киң күләмле художестволы проект.
Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондарында йәшәүселәрҙең күпселеген башҡорттар тәшкил итә, шуға күрә лә Башҡортостандың һәр коллективын шатланып ҡаршы алалар, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат сәркәтибе Михаил Хәбиров.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика