11:00 (UTC+5), 25 Сентября 2013

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына 45 йыл

Эльмира Сабирова
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы быйыл көҙ үҙенең юбилейын билдәләй. Рәсәйҙең алдынғы ижади юғары уҡыу йорттарының береһе, музыка, театр һәм һынлы сәнғәт өлкәһендә профессиональ кадрҙар әҙерләүсе республикалағы берҙән-бер күп профилле уҡыу йорто — 45 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, (йәғни элекке исеме Өфө дәүләт сәнғәт институты) Дворяндар Йыйылышы Депутаттар бинаһында 1968 йылда асыла. Унда бөйөк рус йырсыһы Федор Шаляпин сығыш яһаған. Бөгөн бинаға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған һәм унда урынлашҡан Концерт залына Ф.И. Шаляпин исеме бирелгән.
Әлеге ваҡытта сәнғәт академияһында 4 факультет һәм 24 кафедрала 21 һөнәр буйынса 700-ләп студент белем ала, юғарыу уҡыу йортон тамамлау буйынса программаларҙа аспирантура, ассистент-стажировка һәм докторантурала уҡытыу эше алып барыла.
Профессор-уҡытыусылар составында 130-ҙан ашыу кеше, улар иҫәбендә фән докторҙары һәм кандидаттары, 28 уҡытыусы Рәсәй Федерацияһының почетлы исемдәренә эйә, 75-е — Башҡортостан Республикаһының почетлы исем эйәләре, 52 — Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары.
Академияның ректоры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор, сәнғәт фәне кандидаты Әминә Әсфәндиәрова.
Уҡыу йортон тамамлаусылар республикала, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә радио һәм телевидениела, сәнғәт һәм мәҙәниәт уҡыу йорттарында, музыкаль учреждениеларҙа, театрҙарҙа эшләйҙәр.
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына 45 йыл тулыуға арналған тантаналы сара 25 сентябрҙә Өфө сәнғәт училищеһының Концерт залында уҙасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика