06:00 (UTC+5), 23 Сентября 2013

Ғәли Хәмзин исемендәге конкурс үткәрелә

Ольга Мортазина
22 ноябрҙә йырсы Ғәли Хәмзиндың (1950 — 2009) тыуған яғы — Белорет районының Әхмәр ауылында, танылған артистың иҫтәлегенә арнап, үҙешмәкәр вокалсылар конкурсы ойошторола.
«Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты матур бәрхәт тауышы, бигерәк тә башҡорт халыҡ оҙон көйҙәрен аһәңле башҡарыу оҫталығы менән айырылып торҙо. 1985 йылда ул Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсының беренсе премияһы лауреаты булды. Артист үҙен талантлы ойоштороусы итеп тә күрһәтте: ул «Йәдкәр» фольклор-эстрада төркөмөн төҙөп, уға 25 йыл буйына етәкселек итте. Үҙ ваҡытында ул Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика йәш йырсылар конкурсы лауреаты, «Дуҫлыҡ» халыҡ-ара фестивале дипломанты булды», — тип хәтергә алдылар БР Мәҙәниәт министрлығында.
Конкурсты Белорет районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге ойоштора. Заявкалар 10 ноябргә тиклем ҡабул ителә, конкурс ике категорияла — 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәнерәктәр — үткәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика