12:30 (UTC+5), 20 Сентябрь 2013

Милли йәштәр театры Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһына гастролдәргә сыға

Эльмира Сабирова
РФ Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында 21-28 сентябрҙә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһына гастролдәре ойошторола. Әйткәндәй, былтыр бында театрҙың рус труппаһы Анатолий Приставкин повесы буйынса «Ночевала тучка золотая» спектакле менән сығыш яһағайны. Әҫәрҙе рус труппаһы режиссеры, Ҡабарҙы-Балҡарҙа тыуып үҫкән Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштерҙе.
Быйыл Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы үткән миҙгелдәге ике премьераны тәҡдим итәсәк. Балалар өсөн - Джанни Родариҙың әкиәте буйынса «Чиполлино» музыкаль спектакле, өлкәндәр өсөн Флорид Бүләков пьесаһы буйынса «Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа» комедяһы әҙерләнгән.
Спектаклдәр республиканың биш ҡалаһында күрһәтеләсәк, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика