Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Сентябрь 2013, 12:00
Краснокама районында «Алтын көҙ» байрамы үтәсәк
Краснокама районында 8 сентябрҙә «Алтын көҙ» байрамы үтә. Райондың мәҙәниәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Николо-Березовка ауылының үҙәк майҙанында был көндө ауыл хужалығы йәрминкәһе ойоштороласаҡ, унда урындағы ауыл хужалығы кооперативтары, шулай уҡ мәктәптәр ҡатнашасаҡ. Белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре мәктәп участкаларында үҫтерелгән продукцияһын тәҡдим итәсәк.
Концерт программаһы сиктәрендә художестволы үҙешмәкәр коллективтар үҙ оҫталыҡтарын күрһәтәсәк. Байрам ҡунаҡтары өсөн спорт ярыштары, викториналар, төрлө конкурстар ҡаралған.
Краснокама районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лира Мостаева һүҙҙәренсә, «Алтын көҙ» байрамын үткәреү уларҙың төбәгендә матур йолаға әүерелгән.
Автор:
Людмила Терновая
Теги:
байрамдар
райондар
Читайте нас: