Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Август 2013, 11:54

Өфөлә Татарстандың халыҡ рәссамы Абрек Абыҙгилдин яҡташтарына үҙ эштәрен тәҡдим итәсәк

М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейының «Ижад» күргәҙмә залында 3-25 сентябрҙә Татарстан Республикаһының халыҡ рәссамы Абрек Абыҙгилдиндың күргәҙмәһе үтә.
Абрек Абыҙгилдин Баймаҡта тыуған. Баймаҡ тау-металлургия техникумын тамамлағандан һуң, Төньяҡ Урал боксит руднигы шахтаһында эшләй. 1965 йылда - Ҡазан сәнғәт училищеһын, 1970 йылда Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.
Рәссамдың Өфөләге күргәҙмәһендә «Салауат Юлаев» эштәр шәлкеме, шулай уҡ замандаштарыбыҙ портреттары («Земфира портреты», «Алһыу портреты») тәҡдим ителәсәк.
3 сентябрҙә 14.00 сәғәттә «Ижад» галереяһында рәссам ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үтә. Күргәҙмә 16.00 сәғәттә асыла.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Космонавттар урамы, 22, «С.Орджоникидзе исемендәге майҙан» туҡталышы.
Автор: Эльмира Сабирова
Читайте нас