08:34 (UTC+5), 26 Августа 2013

Милли йәштәр театры Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһына гастролдәргә сыға

Ольга Мортазина
БР Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы сираттағы ижад миҙгеле алдынан Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһына гастролдәргә сығасаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Тур 23-27 сентябрҙә үтә һәм республиканың биш ҡалаһын үҙ эсенә ала. Милли йәштәр театры үткән ижад миҙгеленең ике премьераһын - Флорид Бүләков пьесаһы буйынса «Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа» комедяһын һәм Джанни Родариҙың әкиәте буйынса «Чиполлино» музыкаль спектаклен тәҡдим итәсәк.
Үткән йылда Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһына Анатолий Приставкин повесы буйынса «Ночевала тучка золотая» спектакле менән театрҙың рус труппаһы гастролдәр менән барып ҡайтҡайны. Тамашасылар һәм профессионалдар араһында киң танылыу алған спектаклде рус труппаһының баш режиссеры, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында тыуып үҫкән Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштерҙе.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика