Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
0
98.95
0
82.84
+0.05
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Август 2013, 12:13

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры 94-се ижад миҙгелен асырға әҙерләнә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең 94-се ижад миҙгелен асырға әҙерләнә. Киләһе йыл театр өсөн – юбилейлы. Ошо хаҡта һәм башҡа бик күп ижади пландар, алда торған мөһим ваҡиғалар тураһында коллективтың йәйге ялдан һуң тәүге йыйылышында театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов һөйләне.
Шуны ла билдәләп үтеркә кәрәк: йәйге каникулдар ваҡытында театр өсөн мөһим ваҡиға булды - «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға» ижади проекты (Таңсулпан Ғарипованың башҡорт халыҡ легендаһы буйынса яҙылған әҫәре, режиссеры – Олег Ханов, музыка авторы – Урал Иҙелбаев) Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булды. Спектаклдең премьераһы ноябрь урталарында көтөлә.
Башҡорт дәүләт академия театрының матбуғат секретары Рәмилә Йәһүҙина хәбәр итеүенсә, театр быйыл да балалар өсөн Яңы йыл әкиәтен әҙерләй – йәш режиссер Зиннур Сөләймәнов бәләкәй тамашасыларға Николай Носовтың «Белмәҫйән мажаралары»н тәҡдим итәсәк (Зөһрә Бураҡаева инсценировкаһы). «Ҡара йөҙҙәр» спектакле (Мәжит Ғафури әҫәре, инсценировка авторы – Шәүрә Ғилманова, режиссеры – Айрат Абушахманов) 2014 йылдың тәүге премьераһы буласаҡ. Тамашасылар уны февралдә ҡарай аласаҡ. Яңы миҙгелдә шулай уҡ И.Германдың «Ғәфү ит мине!» драмаһы ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, театр һөйөүселәр «Заманса Рәсәй пьесаһы»ның береһе менән дә танышасаҡ.
Режиссерҙар саҡырыуға килгәндә, әлеге ваҡытта Рифҡәт Исрафилов һәм Фәрит Бикчәнтәев менән һөйләшеүҙәр алып барыла.
94-се ижад миҙгелендә Башҡортостандың халыҡ артистары Светлана Хәкимова, Илдар Ғүмәров, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитовтың бенефис кисәләрен, шулай уҡ әҙәби-драматик кисәләр, театраль концерттар үткәреү планлаштырыла.
Миҙгелдең тағы бер яңылығы – театр янында Балалар студияһын асыу. Ижади кадрҙар әҙерләү, йәш тамашасыларҙы театрға йәлеп итеү студяның төп маҡсаттары булып тора. Шулай уҡ алдағы ваҡытта театр янында урынлашҡан паркта СССР-ҙың халы артисы Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәл асыу планлаштырыла.
Яңы миҙгел 12 октябрҙә М.Кәрим пьесаһы буйынса ҡуйылған «Ай тотолған төндә» спектакле менән асыласаҡ. Спектакль алдынан театр алдындағы майҙанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған тамаша ойоштороласаҡ. Миҙгел асылғанға тиклем, 15-22 сентябрҙә, Башҡорт дәүләт академия театры сәхнәһендә Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының гастролдәре үтә.
Театрҙың бөгөнгө эшмәкәрлегенә килгәндә, 26 авгусҡа «Йоматау» шифаханаһында сығыш яһау планлаштырылған, шулай уҡ коллектив Яр Саллыла үтәсәк гастролдәргә әүҙем әҙерләнә башланы.
Автор:Ҡарлуғас Ишемғолова
Читайте нас: