12:21 (UTC+5), 16 Августа 2013

Борай районында «Йәйғор» республика балалар ижады конкурсында еңеүселәр билдәләнде

Ольга Мортазина
Борай ауылында IV «Йәйғор» республика балалар-үҫмерҙәр ижады конкурсы үтте. Һайлап алыу турынан һуң финалға 60-ҡа яҡын коллектив һәм башҡарыусы сыҡты, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән. 15 августа 500-гә яҡын йәш артист - вокалсылар, бейеүселәр, яттан шиғыр һөйләүселәр, музыканттар, акробаттар, гимнастар, цирк артистары үҙ һәләттәрен күрһәтте.
Республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы етәксеһе Александр Кузьменко етәкселегендәге жюри составында театр режиссеры Мәсәлим Күлбаев, композитор Нур Даутов, журналист Азамат Юлдашбаев һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина булды.
Шулай итеп, Борай районының «Инеш» вокал ансамбле Гран-приға лайыҡ булды. Беренсе урынды – Белорет районынан Эльвина Сәлихова, икенсе урынды – Дүртөйлө районының Инвалидтар йорт-интернаты ансамбле һәм Өфө районынан Ирина Гуц, өсөнсө урынды Әлиә Йәнбирҙина (Әбйәлил районы), Айназ Минәзева (Борай районы), Рената Ҡарлыханова (Бәләбәй) һәм Эльвина Исламова (Салауат районы) лайыҡ булды.
Еңеүселәргә наградаларҙы Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы. Шулай уҡ ун дипломант тәбрикләнде. Бөтә финалсылар дипломдар менән бүләкләнде. Гала-концерт алдынан бәйгелә ҡатнашыусылар Борай районының иҫтәлекле урындарында булды, ә коллектив етәкселәре һәм уҡытыусыар балалар ижадын үҫтереү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл үткәрҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика