07:00 (UTC+5), 12 Августа 2013

Сентябрь айында Өфөлә Мостай Кәримгә һәйкәл асыласаҡ

Розалия Вәлиева
Профсоюздар йорто алдындағы майҙанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйыласаҡ. Монтажлау эштәрен сентябрь урталарында тамамлау планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Скульптура янында сквер булдырыу планлаштырыла. Унда сәскә түтәлдәре, ике фонтан, заманса яҡтыртыу системаһы, йәйәүлеләр өсөн яңы юлдар булдырыласаҡ.
Һәйкәл композицияһының дөйөм бейеклеге - алты метр, оҙонлоғо 15 метр буласаҡ. Яңы скульптура алға табан атлаусы шағирҙы, шулай уҡ уның «Ташлама утты, Прометей!», «Салауат», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» һәм башҡа билдәле әҫәрҙәренең геройҙарын һынландырасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика