10:26 (UTC+5), 02 Августа 2013

Роберт Миңнуллин үҙенең юбилейын тыуған яғында - Илеш районында билдәләйәсәк

Алик Шакиров
10 августа Илеш районының Шәммәт ауылында һәм район үҙәге Үрге Йәркәйҙә Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Татарстандың халыҡ шағиры, ТР Дәүләт Советы депутаты, Илеш районында тыуып үҫкән Роберт Миңнуллинға 65 йәш тулыу айҡанлы ижади саралар үтә. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында, Мәҙәниәт йортонда үтәсәк тантаналы кисәлә һәм майҙанда ойоштороласаҡ ҙур концертта Башҡортостандың һәм Татарстандың танылған йырсылары ҡатнашасаҡ. Улар араһында – халыҡ артистары Айҙар Ғәлимов һәм Фән Вәлиәхмәтов, Фәнүнә Сиражетдинова, Лилиә, Хәлит, Илшат, Айнур Хәлитовтар, Гүзәл һәм Иҙрис Кәлимуллиндар; Роберт Һәм Фәриҙә Тимербаевтар, Дамира Сәйетова, Илгиз Закиров, Айҙар Ғәбдинов, Мөҙәрис Ғәзетдинов, Илшат Сибәғәтуллин, Айҙар Ракипов, Нефтекама филармонияһы, Яр Саллынан «Болғар» ансамбле артистары, шулай уҡ билдәле татар, башҡорт шағирҙары һәм яҙыусылары.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика