04:56 (UTC+5), 30 Июля 2013

Иҫке Ҡалмашта ауыл тарихы тураһындағы китаптың презентацияһы үтте

Эльмира Сабирова
«Иҫке Ҡалмаш ауылының 1917 йылға тиклемге тарихы» китабының беренсе баҫмаһы донъя күрҙе. Урындағы Мәҙәниәт йортонда уның презентацияһы үтте.
Китап авторы – ошо ауылда тыуып үҫкән Насибулла Тимашев. Тарих фәндәре кандидаты 1958 йылдан алып үҙенең бәләкәй ватаны тураһында мәғлүмәт туплаған.
— Беҙҙең ауыл тарихы бихисап архив документтарынан, ҡарттарҙың хәтирәләренән йыйылған, ентекле эшкәртелгән һәм фотоһүрәттәр менән байытылған, - тип һөйләне Насибулла Тимашевтың ейәнсәре Гөлнара. – Ҡартатайым Пенза, Ырымбур өлкәләренең, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларының архивтарын өйрәнгән.
Документтарға ярашлы, Иҫке Ҡалмаш ауылының тарихы 1709 йылдан башлана. Тап шул осорҙа ауылға Пенза өлкәһе татарҙары күсеп килгән. Китапта ауылға нигеҙ һалыусы Аҡсуриндар, Тимашевтар, Макуловтар, Кашаевтар, Казаевтар, Сакаевтар, Йәнбухтиндар нәҫелдәре тураһында мәғлүмәт бар.
Тикшеренеү эштәрен Насибулла Тимашев 1982 йылда тамамлаған. Һәм, ниһайәт, 2011 йылда ғалимдың хеҙмәте китап булып баҫылып сыҡты. Рус һәм татар телдәрендә донъя күргән баҫманың тиражы – 250 дана.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика