08:45 (UTC+5), 29 Июля 2013

Билдәле композитор Салауат Низаметдинов арабыҙҙан китеп барҙы

Эльмира Сабирова
2013 йылдың 29 июлендә билдәле башҡорт композиторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге республика премияһы, Рәсәй Композиторҙар союзының Дмитрий Шостакович исемендәге премияһы лауреаты, «Филантроп» халыҡ-ара конкурсының тәүге премияһы лауреаты Салауат Низаметдинов арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы. Композитор менән хушлашыу 30 июлдә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Салауат Низаметдинов бөтә ғүмерен музыкаға арнаны. Ул опера һәм симфония, хор һәм романс кеүек төрлө жанрҙарҙа ижад итте. Ике йөҙҙән ашыу эстрада йыры, спектаклдәргә, документаль һәм нәфис фильмдарға музыка яҙҙы.
Салауат Низаметдинов 1957 йылдың 3 мартында Учалы районының Миндәк ауылында тыуған. Ете йәшендә һуҡырҙар һәм күреү һәләте насар булған балалар өсөн тәғәйенләнгән Өфө махсус (коррекцион) мәктәп-интернатына уҡырға инә. 11 йәшендә уны 1-се балалар музыка мәктәбенең яңы асылған филиалына ҡабул итәләр. Өфө сәнғәт училищеһында уҡыған ваҡытта ла унда шөғөлләнеүен дауам итә.
1979 йылда композитор тәүге ҙур еңеүенә өлгәшә: Прагала үткән Халыҡ-ара конкурста Салауат Низаметдинов Александр Блоктың шиғырҙарына яҙған романстары өсөн өсөнсө премияға лайыҡ була. Ә 1988 йылда шул уҡ конкурста ул икенсе урын яулай. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамланғандан һуң, башҡорт композиторы Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогия институтының аспирантураһына уҡырға инә. 1983 йылда ул СССР Композиторҙар союзына ҡабул ителә, ә 1988 йылда «Салауат менән һөйләшеү» вокаль симфонияһы өсөн СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең алтын миҙалына лайыҡ була. 1989 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә композиторҙың «Ҡара һыуҙар» исемле тәүге операһы (Мостай Кәримдең поэмаһы буйынса) ҡуйыла. Артабан 1996 йылда - «Ай тотолған төндә» операһының, 2000 йылда –«Momentо» операһының, 2009 йылда – «Нәҡи» операһының премьералары үтә.
2003 йылда сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Салауат Низаметдиновҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика