09:59 (UTC+5), 28 Июня 2013

Рөстәм Хәмитов Константин Хабенский һәм Тимур Бекмамбетов менән осрашты

Эльмира Сабирова
28 июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов билдәле театр һәм кино актеры Константин Хабенский һәм кинорежиссер, сценарист һәм продюсер Тимур Бекмамбетов менән осрашыу үткәрҙе. Һүҙ Өфөлә барған «Оперение-2013» бөтә Рәсәй фестивале һәм артабан хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре хаҡында барҙы.
Рөстәм Хәмитов ойоштороусыларға Өфөлә шундай ҡыҙыҡлы фестиваль үткәргәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
— Һеҙ яҡшы, изге эш башҡараһығыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. – Унан да бигерәк, эшмәкәрлек даирәһен бермә-бер киңәйтәһегеҙ, күберәк балаларҙы, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән үҫмерҙәрҙе йәлеп итәһегеҙ.
Константин Хабенский билдәләүенсә, ижад өлкәһендә сикләүҙәр юҡ һәм булырға тейеш түгел.
— Быйыл фестивалде һеҙҙә үткәреүебеҙгә шатмын. Ул бик сағыу килеп сыҡты, шулай уҡ фильм төшөрөү кеүек көтөлмәгән сюрприздар ҙа булды. Хәҙер инде киләһе фестиваль ошо кимәлдән түбән үтергә тейеш түгел, - тип билдәләне актер.
Осрашыуҙа шулай уҡ Өфөлә дөйөм ҡала кимәлендә йәнә бер ижади үҫеш студияһын асыу тураһында һүҙ барҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге студия 2011 йылда баш ҡаланың 49-сы мәктәбендә асылғайны.
— Бөгөнгө көндә унда 70-кә яҡын бала шөғөлләнә. Әммә ағымдағы йылдың көҙөндә, дөйөм ҡала студияһы асылғас, балалар һаны биш тапҡырға артасаҡ. Һайлап алыу туры ла ойоштороласаҡ, - тип һөйләне Президентҡа Константин Хабенский.
Студияла шөғөлләнеүселәр тураһында һүҙ йөрөтөп, актер балаларҙы айырып ҡарамауын белдерҙе.
— Барыһына ла төрлө талаптар ҡуям, - тип аңлатты актер. – Әммә балаларҙың яҡшы яҡҡа үҙгәреүе хаҡында әйтмәй ҡалдыра алмайым. Үткән йылдар менән, беҙҙең тәүге фестиваль менән сағыштырғанда, был бөтөнләй икенсе кимәл.
«Оперение-2013» фестивале «Елки-3» киноһының аҙаҡҡы өлөшөн төшөрөү менән тура килде. Кинорежиссер Тимур Бекмамбетов көн элгәре «Башҡортостан» сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда әлеге комедияның аҙаҡҡы өлөшөн төшөрҙө һәм бөгөн был хаҡта үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште.
Йола буйынса, «Елки-3» киноһын тамашасылар декабрҙә ҡарай аласаҡ.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика