06:09 (UTC+5), 25 Июня 2013

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль артистары яңы миҙгелгә премьералар әҙерләй

Эльмира Сабирова
Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле яңы миҙгелгә премьералар әҙерләй. Дүшәмбе, 24 июндә, бейеүселәр коллективтың художество советына алты постановка тәҡдим итте. Улар араһында: рус бейеүе «Калинка» (ҡуйыусыһы - Һамарҙан Алексей Шишкин), ир-егеттәр башҡорт бейеүе «Ете ырыу» (хореографы - Рәис Низаметдинов), башҡорт бейеүе «Икмәккә мәҙхиә» (ҡуйыусыһы - Марат Кәримов), тергеҙелгән бейеү «Башҡорт краковягы», «Ҡоралай» һәм шаян бейеү «Әтәс» (хореографы - Риф Ғәбитов). Әйткәндәй, Риф Ғәбитов һүҙҙәренсә, яңы ижад миҙгеленә ул 10 бейеү ҡуйырға планлаштыра.
Сараға БР Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, ансамбль ветерандары ла саҡырылды.
Ансамблдең художество етәксеһе Филүс Ҡаҙаҡбаев «Калинка» бейеүе тураһында һүҙ йөрөтөп, уның ағымдағы йылдың октябрендә ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында Башҡортостан Республикаһының презентацияһы сиктәрендә тәҡдим ителәсәк концерт программаһына индереләсәге хаҡында әйтте.
Артабан һәр бейеү айырым тикшерелде, ҡайһы берәүҙәре буйынса тәҡдимдәр индерелде.
Тикшереү барышында билдәләүҙәренсә, Игорь Моисеев, Фәйзи Ғәскәров, Михаил Годенко кеүек легендар хореографтарҙан һуң яңы бейеүҙәр ҡуйыуы ауыр. Әммә, Филүс Ҡаҙаҡбаев билдәләүенсә, шулай ҙа был йүнәлештә эшләргә, алға табан барырға, үҫешергә кәрәк.
Ансамблдең художество етәксеһе хәбәр итеүенсә, 12 авгусҡа тиклем коллектив отпускыла буласаҡ. Бер аҙҙан һуң тәҡдим ителгән бейеүҙәр буйынса һуңғы ҡарар ҡабул ителәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика