07:19 (UTC+5), 25 Июня 2013

Өфөлә «Оперение-2013» фестивале башланды

Ольга Мортазина
Өфөлә «Оперение-2013» ижади үҫеш студиялары фестивале асылды. Сара урындағы бағыусылар ярҙамында Константин Хабенскийҙың хәйриә фонды менән ойошторола. Фестивалдә Рәсәйҙең һигеҙ ҡалаһында урынлашҡан 13 студиянан 500-гә яҡын бала һәм уларҙың уҡытыусылары ҡатнаша. Матбуғат конференцияһында Константин Хабенский хәбәр итеүенсә, йәш артистарға үҙҙәренең ҡалалары тураһында «Ә беҙҙә…» тип аталған ун минутлыҡ тамаша әҙерләргә ҡушылған ине. Сара сиктәрендә шулай уҡ балалар импровизациялар башҡарасаҡ, шиғриәт кисәһе ойоштороласаҡ.
Константин Хабенский билдәләүенсә, студияларҙың төп маҡсаты – театраль юғары уҡыу йорттарына буласаҡ студенттар әҙерләү түгел, ә ижади шәхестәр тәрбиәләү.
Тәүге ижади үҫеш студиялары 2008 йылда булдырылды. 2011 йылда бындай студия Өфөлә - 49-сы мәктәп нигеҙендә асылды. «Студияла шөғөлләнгән балалар үҙ-ара ярышырға, тәжрибә уртаҡлашырға тейеш. Шулай итеп фестиваль ойоштороу идеяһы килеп тыуҙы. Бөгөнгө көнгә проектта ҡатнашыусыларҙың кимәле бер тигеҙ. Былтырғы фестивалдә, мәҫәлән, Ҡазан ныҡ айырылып тора ине. Йыл дауамында төрлө студяларҙа булып, барыһының да ошо кимәлгә етеүен, ә ҡайһы берәүҙәренең хатта үтеп китеүен күрҙек», - тип һөйләне проекттың художество етәксеһе.
Фестиваль «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында үтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика