05:28 (UTC+5), 17 Июня 2013

Өфөлә Владимир Спиваков «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән наградланды

Розалия Вәлиева
Рәсәй Милли филармония оркестрының һәм «Мәскәү виртуоздары» дәүләт камера оркестрының баш дирижеры, Мәскәү халыҡ-ара Музыка йорто президенты, СССР-ҙың халыҡ артисы маэстро Владимир Спиваков «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән наградланды. Награданы дирижерға республика Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов «Мәскәү виртуоздары» дәүләт камера оркестрының концертында тапшырҙы.
Данлыҡлы коллектив Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында сығыш яһаны.
— Хеҙмәтемә юғары баһа биреүегеҙ мине бик тулҡынландырҙы, - тине Владимир Спиваков. – Бөгөн хеҙмәттәштәрем, оркестр музыканттары, Өфөләге балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Улар бындағы балаларҙың иҫ киткес матур булыуын билдәләне. Бының менән һеҙҙе ҡотлайым. Балаларҙа музыкаға ҡарата һөйөү тәрбиәләргә кәрәк, матурлыҡтан тыш, музыка әхлаҡлылыҡҡа өйрәтә. Музыка нисек бәхетле булырға түгел, ә бәхеткә лайыҡлы булырға өйрәтә.
— «Мәскәү виртуоздары»ның концерттары - һәр ваҡыт көтөп алынған ваҡиға, уларҙың сығыштары ҙур уңыш менән үтә, - тип билдәләне БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов. – Әлеге концерт хәйриә сараһы булараҡ ойошторола. Бында Владимир Спиваков исемендәге хәйриә фондының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
«Мәскәү виртуоздары»ның сығышы өс сәғәт тирәһе дауам итте. Данлыҡлы музыканттар менән бергә сәхнәлә пианиносылар Маргарита Шевченко һәм Тимофей Владимиров, шулай уҡ виолончелист Искәндәр Ханнанов сығыш яһаны. Улар Вольфганг Моцарт, Йозеф Гайдн һәм Йоханес Брамстың әҫәрҙәрен башҡарҙы.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика