05:06 (UTC+5), 13 Июня 2013

Ригала һабантуй байрамы үтте

Сергей Захаров
Латвияның баш ҡалаһы Ригала Һабантуй-2013 байрамы үтте. Латвияның Милли-мәҙәни йәмғиәттәр ассоциацияһы биләмәһендә сараны «Иҙел» татар йәмғиәте менән берлектә «Латвия башҡорттары ҡоролтайы» яҡташтар берлеге ойошторҙо.
Сарала Латвия, Литва, Эстонияның татар һәм башҡорт диаспоралары вәкилдәре – йәмғеһе өс йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты, тип хәбәр итте «Ригала Һабантуй-2013» байрамының ойоштороу комитеты рәйесе Финат Ғәзизов.
Байрамда күп йылдар дауамында Латвиялағы татар-башҡорт диаспораһының ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ун биш иң яҡшы яҡташ тәбрикләнде. Уларға татар һәм башҡорт мәҙәниәттәрен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары тапшырылды.
Йола буйынса, байрам программаһы сиктәрендә концерт номерҙары, спорт ярыштары, уйындар, конкурстар ойошторолдо. Һабантуйҙың иң популяр ярышы - милли көрәш бәйгеһендә 29 йәшлек Салауат Ғәлиханов еңеп сыҡты. Уның атаһы Илдар Ғәлиханов Башҡортостанда тыуған. Бына инде 40 йылдан ашыу ул ғаиләһе менән Ригала йәшәй. Салауат байрамдың төп призына һәм «Батыр» исеменә лайыҡ булды.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика