16:49 (UTC+5), 11 Июнь 2013

Танылған йырсы Фән Вәлиәхмәтовҡа Шаран районының Почетлы гражданы исеме бирелде

Карина Рафиҡова
Танылған йырсы, тальян гармун оҫтаһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтов тыуған төйәге – Шаран районында үҙенең талантына, хеҙмәтенә лайыҡлы баһа алды. Муниципаль район Советы ултырышында депутаттар уға «Башҡортостан Республикаһы Шаран районы муниципаль райондың Почетлы гражданы» исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был юғары наградаға йырсы сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары, татар йырҙарын һәм тальян гармунды пропагандалағаны, муниципаль районда мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индергәне, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барғаны өсөн лайыҡ булды.
— Минең өсөн был шатлыҡлы ваҡиға, - тип тәьҫораттары менән бүлешә Фән Вәлиәхмәтов «Кызыл таң» гәзитенең бөгөнгө һанында. – Рәсәйҙең ҡайһы төбәгендә сығыш яһаһам да, үҙемде һәр ваҡыт Шаран ере улы итеп таныттым, тыуған яҡты данлап йырланым. Шуға ла районыбыҙҙың почетлы гражданы булыу минең өсөн ҙур бәхет.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика