11:38 (UTC+5), 04 Июнь 2013

Ишембайҙа балалар шиғриәте фестивале үтте

Ғәлиә Нәбиева
Ишембай ҡалаһында Ф.Рәхимғолова исемендәге призға Асыҡ республика балалар-үҫмерҙәр поэтик ижады конкурсы йомғаҡтары буйынса шиғриәт фестивале үтте. Бәйге Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналды. Үҫеп килгән быуынды ватансылыҡ, гражданлыҡ рухында тәрбиәләү, тыуған яҡтың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәтеү, балалар һәм үҫмерҙәрҙең һәләттәрен үҫтереү конкурстың төп маҡсаттары булып торҙо.
Йәш шағирҙар фестивалендә республиканың төрлө төбәктәренән 5-16 йәштәрҙәге 200-гә яҡын кеше ҡатнашы. Уларҙың иң яҡшыларына приздар тапшырылды. Еңеүселәр өс йәш категорияһы буйынса билдәләнде. Гран-приға Межгорье ҡалаһынан Илһам Ғәлиастанов лайыҡ булды.
Конкурста ҡатнашыусылар РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева менән осрашты. Депутат еңеүселәргә рәхмәт хаттары һәм махсус приздар – кеҫә телефондары тапшырҙы.
— Бындай саралар бөгөнгө көндә бик актуаль. Балаларҙың һәләттәрен асыу, үҫтереү өсөн ғәҙәти булмаған, үҙенсәлекле саралар үткәреү зарур. Әммә иң мөһиме – битараф булмау, - тип билдәләне Сәлиә Мырҙабаева. – Һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү 2012-2017 йылдарға балаларҙың ихтыяжынан сығып эш итеү стратегияһының төп йүнәлештәренең береһе булып тора.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика