11:29 (UTC+5), 30 Май 2013

Сыуашстан Республикаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһы үтте

Розалия Вәлиева, Эльвира Латипова
Сыуашстан Республикаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһы Чебоксарҙа, Сыуаш дәүләт опера һәм балет театры алдындағы майҙанда үтте.
— Яҡшы күрше туғандан ҡәҙерле, тигән сыуаш халыҡ мәҡәле бар һәм был ысынында ла шулай, - тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Ике республика халыҡтарын ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Башҡортостан сыуаш халҡына Константин Иванов, Яков Ухсай кеүек күренекле шағирҙар тыуҙырған. Беҙҙең мәҙәни бәйләнештәр нығынһын өсөн улар күп көс түккән.
— Чебоксар – ғәжәйеп ҡала, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Рөстәм Хәмитов. – Тотош республика кеүек үк, ҡала бик матур, таҙа. Һеҙҙе лә Башҡортостанға саҡырам. Беҙҙең аралағы бәйләнештәрҙең нығыныуын теләйем.
Байрам ҡунаҡтарын Сыуашстан башлығы Михаил Игнатьев сәләмләне.
— Былтыр 30 йыллыҡ тынлыҡтан һуң ике яҡ өсөн дә файҙалы булған хеҙмәттәшлекте тергеҙергә ҡарар иттек. Бындай хеҙмәттәшлек власть органдары араһында ғына түгел, рәссамдар, яҙыусылар, ижад кешеләре араһында ла булырға тейеш, - тине Сыуашстан башлығы. – Башҡортостан ере сыуаш мәҙәниәте өсөн данлыҡлы шағирҙар, даһиҙар тыуҙырған. Сыуашстанда йәшәүселәрҙең бөгөн башҡорт халҡының мәҙәниәте менән танышыу мөкинлеге бар.
Тантаналы саранан һуң төбәк башлыҡтары Сыуашстан дәүләт художество музейына юлланды. Унда Башҡортостандың хәҙерге заман сәнғәте күргәҙмәһе ойошторолған.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика