Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Май 2013, 14:49
Рөстәм Хәмитов Сыуашстанда Башҡортостан мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашыу өсөн Чебоксарға килде
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов рәсми делегация менән Чебоксарға килде. Бында Сыуашстан Республикаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәре үтә.
Рөстәм Хәмитов Сыуашстан башлығы Михаил Игнатьев менән осрашты, «Еңеү» мемориаль комплексында Дан монументына сәскәләр һалды, Сыуашстан милли музейы экспозицияһы менән танышты.
Төп мәҙәни сараны асыу тантанаһы Сыуаш дәүләт опера һәм балет театры алдындағы майҙанда үтәсәк.
Башҡортостан мәҙәниәте көндәре программаһы сиктәрендә Сыуашстан Республикаһының Милли китапханаһында Башҡортостан яҙыусыларының уҡыусылар менән осрашыуы үтәсәк. Шулай уҡ күп милләтле төбәктәр өсөн күп телле электрон китаптар баҫтырыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.
Республиканың сәнғәт оҫталары гала-концерты Сыуаш дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә үтәсәк. Унда «Далан», «Арғымаҡ», «Сәрби» төркөмдәре, Йәмил Әбделмәнов, Алена Завьялова сығыш яһаясаҡ.
Бынан тыш, сара сиктәрендә Сыуашстанда республиканың алдынғы ижади коллективтарының гастролдәре бара.
Автор:
Розалия Вәлиева
Теги:
мәҙәниәт
бр президенты
сыуашстан республикаһы
Читайте нас