10:31 (UTC+5), 27 Мая 2013

Күмертауҙың йәш бейеүселәре халыҡ-ара фестивалдә Гран-при яуланы

Арина Рәхимҡолова
Күмертау ҡалаһының «Контраст» халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Цветик-Семицветик» халыҡ-ара фестиваленең «Бейеү театры» номинацияһында Гран-при яуланы. Башҡортостан исеменән бәйгелә Күмертау ҡалаһының тағы бер коллективы - «БИС» халыҡ вокал студияһы сығыш яһаны. Йәш йырсылар шулай уҡ юғары наградаларға лайыҡ булды. Иван Кочетов - II дәрәжә лауреат, Арина Барсукова III дәрәжә лауреат булды.
Фестивалдә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән театр, хор, бейеү, цирк коллективтары, вокал, инструменталь ансамблдәр һәм студиялар ҡатнашты.
Номерҙар түбәндәге төп номинациялар буйынса баһаланды: бейеү театры, йыр театры, драма театры, мода театры, раус-театр (анимация сәнғәте), бер актер театры, музыка театры һәм махсус булдырылған «Өмөт» номинацияһы. Конкурс жюрийына билдәле актерҙар, алып барыусылар, йырсылар, модельерҙар саҡырылды.
Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре, ижади осрашыуҙар, тәжрибә уртаҡлашыу буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, экскурсиялар ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр Күмертау хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика