11:01 (UTC+5), 22 Май 2013

«Алтынай» балалар театр студияһы халыҡ-ара фестиваль лауреаты булды

Эльмира Сабирова
«Алтынай» башҡорт балалар театр студияһы Мәскәүҙә үткән XV «Русская драма» халыҡ-ара мәктәп театрҙары фестивалендә уңышлы сығыш яһаны.
Ижади коллектив фестивалдә балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсинаның китабы буйынса «Йомро-йомро йомғағым» постановкаһын тәҡдим итте. Бәйге йомғаҡтары буйынса «Алтынай» студияһы «Әкиәт» номинацияһында беренсе дәрәжә лауреат булды.
Шулай уҡ режиссер Альмира Кирәеваның эше юғары баһаланды. Уға «Театр педагогикаһы өлкәһендә һөҙөмтәле эшмәкәрлек өсөн» дипломы тапшырылды, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Йәш артистарҙың уйыны ла жюри ағзаларының иғтибарынан ситтә ҡалманы. «Фестиваль дуэты» номинацияһында - Гөлбикә һәм Миңлебикә ролдәрен башҡарғандары өсөн Диана Кучукова һәм Айлина Мөхәмәтйәнова, «Танымаҫһың да!» номинацияһында - Убырлы ҡарсыҡ роле өсөн Азалия Солтанова, «Кешенең тоғро дуҫына» номинацияһында Эт роле өсөн Ильяс Аслаев наградланды.
Фестиваль номинацияларында еңеүселәр «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә һәләтле йәштәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән премия алыуға кандидат итеп тәҡдим ителәсәк.
Конкурста ҡатнашыусыларға яҙыусылар, режиссерҙар, тәнҡитселәр, артистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре баһа бирҙе. Ирекле үҫмерҙәр һәм балалар жюрийы составына фестивалдә ҡатнашҡан һәр театр коллективынан икешәр вәкил индерелде.
«Русская драма» халыҡ-ара мәктәп театрҙары фестивале 1999 йылдан башлап үтәрелә. Был ваҡыт эсендә унда Рәсәйҙең 1600-ҙән ашыу театр коллективы ҡатнашты.
Быйылғы фестиваль рус театр режиссеры, актер һәм педагог Константин Станиславскийға арналды. 2013 йылда уның тыуыуына 150 йыл тулыу билдәләнә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика