12:34 (UTC+5), 21 Мая 2013

Күгәрсен районынан Рафиҡ Ҡотлоғужин «Моңға бай гармун байрамы» конкурсында Гран-при яуланы

Эльмира Сабирова
Күгәрсен районынан Рафиҡ Ҡотлоғужин Фәтих Иҡсанов исемендәге «Моңға бай гармун байрамы» республика конкурсында Гран-при яуланы.
Гармун байрамында Башҡортостан, Удмуртия, Ханты-Манси автономиялы округы һәм Пермь өлкәһенән йәмғеһе 74 кеше һәм 30 ансамбль ҡатнашты. Уларҙың сығыштарына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы профессоры Вячеслав Беляков рәйеслегендәге жюри баһа бирҙе.
Беренсе урынға ике гармунсы – Учалынан Игорь Сергеев һәм Өфөнән Рәмил Фәйзуллин лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән. Икенсе урынды – Благовещен ҡалаһынан Надежда Володина һәм Саҡмағош районынан Рәйес Ҡаҙраев, өсөнсө урынды Яңауылдан Хәҙит Тохбатов, Туймазынан Йәмил Хәсәнов һәм Пермь крайы Барҙа ауылынан Йәүҙәт Зимасов яуланы.
Ансамблдәр араһында беренсе урынға – Яңауыл районы балалар сәнғәт мәктәбенең тальянсылар триоһы (етәксеһе - Гүзәл Сәбирйәнова) һәм Миәкә районының «Дим» гармунсылар ансамбле (етәксеһе - Фәнир Миһранов), икенсе урынға – Тәтешле районының халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле (етәксеһе – Фиғәт Зиннуров) һәм Баймаҡ районының гармунсылар ансамбле (етәксеһе – Азамат Хоҙайбирҙин), өсөнсө урынға – Яңауыл районы балалар сәнғәт мәктәбенең тальянсылар ансамбле (етәксеһе Динара Килмәтова) лайыҡ булды.
Илеш районынан 86 йәшлек Рәфис Мөслөхов - «Конкурстың иң оло ҡатнашыусыһы», шул уҡ райондан алты йәшлек Эмир Шамратов «Конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы» тип танылды.
Байрам һуңында Яңауылдың ял паркында гармунға һәйкәл асылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика