Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Май 2013, 12:02

Бәләбәй районында «Ғаилә менән музейға» акцияһы үтте

Иглин районының «Балтика» белорус тарихи-мәҙәни үҙәгендә Халыҡ-ара ғаилә көнөн билдәләү сиктәрендә «Ғаилә менән музейға» акцияһы үтте. Тарихи-мәҙәни үҙәк ҡарамағында эшләгән музейға йәш ғаиләләр, оло быуын вәкилдәре, балалар килде. Ҡунаҡтар үткән дәүерҙең көнкүреш предметтарын ҡараны, боронғо кейемдәрҙең, өй кәрәк-яраҡтарының ниндәй булыуын күрҙе, белорус ғаиләһенең тәрбиә биреү һәм этикет ҡағиҙәләре менән танышты. Белорус ихатаһы макеты һәм оло инәйҙәрҙең хәтирәләре балаларҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Автор: Людмила Терновая
Читайте нас