Өфөлә «Әкиәт» татар ҡурсаҡ театрының гастролдәре башлана
15 майҙа Өфөлә - «Әкиәт» татар ҡурсаҡ театрының, Ҡазанда Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының гастролдәре башлана.
«Әкиәт» театры өфөлөләргә иң популяр постановкаларҙың береһен - «Буратино» спектаклен тәҡдим итәсәк, ә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Татарстандың баш ҡалаһында «Вовка ҡурсаулыҡта» тип аталған экологик шоу күрһәтәсәк.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Ҡазан ҡурсаҡтары Өфөлә «Театральное Поволжье-Ниточка» фестивале сиктәрендә ярты йыл элек ҡунаҡта булғайны. Унда театр коллективы яҙыусы Ғабдулла Туҡайҙың бала сағын сағылдырған «Апуштың тылсымлы төшө» спектаклен тәҡдим иткәйне.
Татарстан театры гастролдәре 18 майға тиклем дауам итәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының рәсми сайтында урынлаштырылған.