11:52 (UTC+5), 13 Мая 2013

Республикала Поляк мәҙәниәте көндәре башланды

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре башланды. Йола буйынса, улар Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә үткәрелә, тип хәбәр итте «Яңырыу» поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге рәйесе Марина Садыҡова.
Быйыл сараларҙа Польша Республикаһының Варминск-Мазурск воеводалығы Олецко ҡалаһы уҡытыусылары - Анна Каролина Шилкевич, Юстина Сломска, Агнешка Лясковска ҡатнаша.
Поляк мәҙәниәте көндәре программаһы сиктәрендә тәүге саралар 12 майҙа башланды. Польша педагогтарын А.Пенькевич исемендәге Милли поляк йәкшәмбе мәктәбе менән таныштырҙылар. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар концерт программаһын тәҡдим итте. Шулай уҡ Альберт Пенькевичтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә, поляк мәктәбе эшмәкәрлегенә һәм ҡаҙаныштарына арналған күргәҙмә ойошторолдо. Әйткәндәй, мәктәп 2014 йылда үҙенең 15 йыллығын билдәләйәсәк.
Көндөң икенсе яртыһында Польша ҡунаҡтары тарафынан поляк телен һәм мәҙәниәтен уҡытыу методикаһы буйынса курстар ойошторолдо, поляк теле, тарихы һәм мәҙәниәте буйынса викторина үткәрелде. Барлыҡ ҡатнашыусыларға курсты тамамлау тураһында таныҡлыҡтар тапшырылды.
Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре 17 майға тиклем дауам итәсәк. Быйыл улар Өфөлә Рим-католик сиркәүен булдырыуға 150 йыл тулыуға, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына һәм Польша Республикаһында Юлиан Тувим йылына арнала, тип хәбәр иттеләр «Яңырыу» поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәгенән.
Төп саралар Өфө ҡалаһында, Мишкә, Благовещен, Өфө райондарында үтәсәк. Поляк мәҙәниәте көндәре программаһында - А.Пенькевич исемендәге Милли поляк йәкшәмбе мәктәбенең презентацияһын үткәреү, төбәктә поляктар тормошона бәйле иҫтәлекле урындарға сәскәләр һалыу, Башҡортостандың Мишкә районында иҫтәлекле билдә асыу, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында ижади осрашыуҙар һәм асыҡ дәрестәр үткәреү.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика