16:20 (UTC+5), 08 Апреля 2013

Рөстәм Хәмитов «Дуҫлыҡ моңо – 2013» фестивален ябыу тантанаһында сығыш яһаны

Эльвира Латипова, Эльмира Сабирова
«Дуҫлыҡ моңо – 2013» халыҡ-ара фестивале ҙур Гала-концерт менән тамамланды. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сараның почетлы ҡунағы булды.
— Егерме йылдан ашыу фестиваль Нефтекаманың сағыу визит карточкаһы булып тора, - тине республика етәксеһе, сарала ҡатнашыусыларҙы һәм уның ҡунаҡтарын сәләмләп. – Әйткәндәй, ҡалабыҙ үҙенең ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләй, шуға күрә быйылғы музыкаль форум ҡала халҡы өсөн матур бүләк булды. Фестивалгә билдәле йырсыбыҙ Фәриҙә Ҡудашева исеме бирелеүе лә бәйге тарихында мөһим ваҡиға булды.
Быйыл фестивалдә Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Ырымбур, Пенза, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларынан, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Төркиәнән йырсылар ҡатнашты.
Һөҙөмтәлә конкурстың төп наградаһы Башҡортостанда ҡалды: фестиваль Гран-прийын Илеш районынан Илнар Шәрәфетдинов яуланы. Уға төп приз - «Лада» автомобиле тапшырылды.
Беренсе урынды Нефтекаманан Ринат Сәлихйәнов һәм Ҡазандан Фәриҙә Сөнәғәтова бүлеште. Икенсе урын Өфө, Яр Саллы, Башҡортостандың Учалы районы һәм Бишкәктән дүрт ҡатнашыусыға бирелде. Өсөнсө урынға Татарстандан дүрт йырсы һәм Башҡортостандың Шаран районынан бер йырсы лайыҡ булды. Шулай уҡ «Башҡорт һәм татар йырҙарын һаҡлаған һәм пропагандалаған өсөн», «Халыҡ йырҙарын эшкәртеүҙә профессионаллек өсөн» номинацияларында приздар һәм Нефтекама хакимиәте башлығының махсус призы тапшырылды.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика