16:37 (UTC+5), 02 Апреля 2013

Бөгөн – Халыҡ-ара балалар китабы көнө

Әлим Фәйезов
Бөгөн Халыҡ-ара балалар китабы көнө билдәләнә. Был ваҡиға айҡанлы республиканың китап нәшер итеүселәрен һәм йәш китап уҡыусыларын Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов ҡотланы. Ведомство башлығы Халыҡ-ара балалар китабы көнөн «иң яҡты байрамдарҙың береһе» тип атаны.
— 1967 йылдан башлап Халыҡ-ара балалар китабы советы башланғысы һәм ҡарары буйынса 2 апрелдә, бөйөк әкиәтсе Ханс Кристиан Андерсендың тыуған көнөндә, бөтә донъя Халыҡ-ара балалар китабы көнөн билдәләй. Был яңы быуындарҙың рухи һәм интеллектуаль үҫешен формалаштырыуҙа балалар китабының ҙур роль уйнауы хаҡында һөйләй. Әлеге байрам бәләкәй китап уҡыусыларыбыҙҙы онотмаҫҡа саҡыра һәм ололарға уларҙың да ҡасандыр бала булыуҙары хаҡында иҫкә төшөрә, - тиелә Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһенең ҡотлау хатында.
Борис Мелкоедов китап нәшер итеүселәргә «яңы быуын кешеләре тағы ла таҙараҡ, бер-береһенә һәм уратып алған донъяға кешелеклерәк булһын өсөн, артабан да балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс китаптар нәшер итеүҙәрен» теләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика